Милли проекттар
12 Ноябрь 2024, 03:30

“Үҫеш нөктәһе”ндә эш ҡайнай

Саҡмағош районының Аблай ауылы мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге белем биреү үҙәгендә белем биреү программаһы менән ҡаралған бөтә лаборатор һәм практик эштәр уҙғарыла.

“Үҫеш нөктәһе”ндә эш ҡайнай“Үҫеш нөктәһе”ндә эш ҡайнай
“Үҫеш нөктәһе”ндә эш ҡайнай

“Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Саҡмағош районының Аблай ауылы мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге белем биреү үҙәгендә белем биреү программаһы менән ҡаралған бөтә лаборатор һәм практик эштәр уҙғарыла.

9-сы класс уҡыусылары менән физика буйынса "Пружинаның ҡатылыҡ коэффициентын билдәләү" һәм "Шыуыу ышҡылыу коэффициентын билдәләү" лаборатор эштәрен башҡарғандар. Лаборатория эштәре барышында уҡыусылар ябай тәжрибәләр күрһәтте, төрлө физик дәүмәлдәрҙе үлсәне, приборҙар һәм материалдар менән эш итеү һәләтен үҫтерҙе, эксперимент һөҙөмтәләрен анализланы, һығымталар яһаны.

“Фронталь лаборатор эштәрҙе сифатлы итеп үткәреү уҡыусыларҙың предметҡа ҡыҙыҡһыныуын әүҙемләштереү аша мотивацияһын арттырырға мөмкинлек бирә, уларҙың үҙаллылыҡ һәм фекерләү эшмәкәрлеге кимәлен күтәрә. Уҡыусылар лаборатор һәм практик эштәрҙе башҡарыуға ҡыҙыҡһыныу белдерә”, – тип билдәләне уҡытыусы һәм үҙәк етәксеһе Фәниә Мөхийәрова.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас