Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу буйынса федераль проекты Башҡортостанда 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәләр яҡшы.
Ошо ваҡыт арауығында Илеш районы йәмәғәт киңлектәренә заманса төҫ биреү, халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын уңайлыраҡ итеү йәһәтенән сағыу өлгө күрһәтеп килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт министрлығынан.
Мәҫәлән, федераль проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып районда һигеҙ йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Быйыл Үрге Йәркәй ауылының ике урамында йәйәүлеләр юлы һалынған. Уларҙың оҙонлоғо – 1,7 километр һәм 970 метр. Киләһе йылда район үҙәгенең Пушкин, Коммунистик, Совет урамдарын, Т. Рахманов исемендәге мәктәпте үҙ эсенә алған биләмәһе төҙөкләндереләсәк. “Проектта ҡаралғанса, бында ҙур саралар уҙғарыу майҙаны яңыртыласаҡ, Мәҙәниәт йорто алдына аллея эшләнәсәк. Заманса уңайлыҡтарға эйә биләмә халыҡты күпләп йәлеп итәсәк”, – тигән фекерҙә Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, һуңғы биш йылда республикала 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Быйыл тағы ла 123 урынды тәртипкә килтергәндәр.
Рәсәй Президентының ҡарары буйынса, киләһе йылдан “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты составында дауам итәсәк. Ул 2025 – 2030 йылдарҙа тормошҡа ашырыуға иҫәпләнгән.
Фото: "Башинформ".