Башҡортостандың Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылында капиталь ремонттан һуң ауыл Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы булды. Мәҙәниәт учреждениеһы “Мәҙәниәт өлкәһенең муниципаль учреждениеларын реновациялау” йүнәлеше буйынса “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектында ҡатнашты. Клуб бинаһына ете миллион һумдан ашыу суммаға капиталь ремонт үткәрелгән.
Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә бинаның ҡыйығы, тәҙрә-ишектәре, фасады, иҙәне алмаштырылған, армстронгтан аҫылмалы түшәм ҡуйылған, йылытыу системаһы һәм электр сымдары яңыртылған, шулай уҡ янғынға ҡаршы система һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы ҡуйылған.
Әлеге ваҡытта Иҫке Күсәрбай ауылы клубы – ул бөтә әһәмиәтле саралар уҙасаҡ заманса бина. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса үткәрелгән капиталь ремонт мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм бөтә ауыл халҡы өсөн ысын бүләк булды.
– Иҫке Күсәрбай ауылы мәҙәниәт йорто 1964 йылда ойошторолған. Бөгөн Мәҙәниәт йорто ауылдың мәҙәни үҙәге булып тора, унда балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн байрам сараларынан тыш, көн һайын ижади түңәрәктәр эшләй, шуға күрә яңыртылған Мәҙәниәт йорто асылыуын түҙемһеҙлек менән көттөк, – тип билдәләне Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов.
Тантаналы сараны ауыл һәм район үҙешмәкәрҙәренең сығыштары биҙәне.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Мәҙәниәт министрлығы.