“Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған граждандар менән берлектә урман фондында 1,5 миллиондан ашыу ағас үҫентеһе ултыртылды. Сара “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелә.
Башҡортостан халҡы күләмле акцияла әүҙем ҡатнаша. Дөйөм маҡсат – төбәктең йәшел байлығын арттырыу ирекмәндәр берләшмәләрен, дәүләт власы органдары вәкилдәрен, ойошмалар коллективтарын, йәш урмансылар, студенттарҙы, мәктәп уҡыусыларын һәм урындағы халыҡты берләштерҙе. Шулай итеп, быйыл көҙ акцияла 100 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Ултыртыуҙа ҙур компанияларҙың коллективтары – “Рәсәй тимер юлдары”, “Һаҡлыҡ банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, “Росреестр”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы һәм башҡалар ҡатнаша.
– Урмандарҙы тергеҙеү башлыса хужалыҡ өсөн ҡиммәтле тоҡомдар, ҡарағай һәм шыршы менән башҡарылды. Айырым райондарҙың үҙенсәлектәрен һәм умартасыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, йүкә үҫентеләрен дә ултырттылар. Йыл һайын ултыртылған биләмәләрҙең майҙаны һиҙелерлек арта һәм был илдәге экологик хәлде яҡшыртыу юлында дөрөҫ аҙым, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов.
“Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы – илдең масштаблы урмандарҙы тергеҙеү проекты, ул рәсәйлеләрҙә ҙур билдәле өс экологик башланғыс иҫәбенә инә. Акция “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа мөһим өлөш индерә.
Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.