Резван Ғатауллин (Туймазы ҡалаһының 8-се мәктәбе), Алина Ғиндуллина (Дүртөйлө ҡалаһының 3-сө гимназияһы) һәм Реналь Хәбиров (Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбе) «Минең илем – минең Рәсәйем» Бөтә Рәсәй конкурсы финалсылары булып танылды. Конкурс «Мәғариф» милли проектының (национальный проект «Образование») «Һәр кем өсөн социаль лифттар» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Белеүебеҙсә, милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылып килә.
Йәштәр үҙ проекттары менән 300 иң көслө ҡатнашыусы иҫәбенә инде. Резван Ғатауллин конкурсҡа – "#СКВОЗЬЦИФРУ дистанциялы шахмат клубы, Алина Ғиндуллина – «Тормош йәйғоро» экологик марафоны, ә Реналь Хәбиров сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Уйнап уҡыйым» уҡытыу үҙәге проектын тәҡдим иткән.
– Улар – үҙҙәренең идеяларын тормошҡа ашырырға һәм хыялланырға ҡурҡмаған йәштәр, – тине «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Алексей Агафонов. – Мин уларға ысын күңелдән өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауҙарын, үҙ көсөнә ышаныуҙарын һәм ижадтарын дауам итеп, үҙҙәренең ҡыйыу башланғыстарын ысынбарлыҡҡа ашырыуҙарын теләйем!
Финалсылар үҙ эштәрен 23-24 ноябрҙә һәм 30 ноябрҙән 1 декабргәсә ситтән тороп яҡлаясаҡ. 2024 йылдың декабрендә «Машук» белем үҙәгендә мәғариф интенсивы ваҡытында йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтә.
Фото: resbash.ru