”Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә 1500-ҙән ашыу кеше һөнәри һәм ҡайтанан әҙерләү программалары буйынса белем алған да инде. Улар барыһы ла үҙ йүнәлештәре буйынса эш тапҡан. Тағы ла 1432 кеше яңы белем алыуҙы йәки квалификацияһын күтәреүҙе дауам итә.
2024 йылдың ғинуарынан республиканың мәшғүллек үҙәктәре ошондай уҡыуҙы үтергә теләүселәрҙән килгән өс меңдән ашыу ғаризаны хупланы, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
– Ҡатнашыусыларҙың өҫтөнлөктәре буйынса уҡытыу төрлө форматтарҙа үтә: ҡатнаш, көндөҙгө йәки дистанцияла. Белем биреү программалары исемлеге даими яңыртыла һәм төбәк хеҙмәт баҙары ихтыяждарына яраҡлаштырыла. Йыл аҙағына тиклем программала ҡатнашыусыларҙың 20 йүнәлеш буйынса бушлай белем алыу мөмкинлеге бар, – тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.
Проектта махсус хәрби операция ветерандары ла, бәләкәй балалы ата-әсәләр ҙә, 50 йәштән өлкәндәр ҙә, эшһеҙҙәр ҙә, эшен юғалтыу хәүефе аҫтында ҡалғандар ҙа ҡатнаша ала. 2024 йылда шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә һәм декрет ялында булған граждандарға – әсәләргә лә, баланы тәрбиәләгән башҡа туғандарға ла бушлай уҡытыу мөмкинлеге бирелә.
Уҡыуға ғаризаны ошо порталда бирә алаһығыҙ.
Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.