Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Стимул” федераль программаһы сиктәрендә төҙөлгән 33-сө биҫтәлә яңы юл буйлап хәрәкәт асылды. Финанслауҙың дөйөм суммаһы 263 миллион һум тәшкил иткән.
Яңы юлдың оҙонлоғо – 2,44 километр. Проект сиктәрендә тротуарҙар һәм велосипед юлдары тәртипкә килтерелде. Биҫтәлә 13 күп фатирлы йорт, шулай уҡ 1 100 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 300 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү планлаштырыла.
Бында шулай уҡ 40 МВт ҡеүәтле энергия үҙәге ғәмәлдә, ул 2023 йылдың декабрендә эшләй башланы. Ул биҫтәне йылы менән тәьмин итә һәм артабан төҙөлөш өсөн база булдыра. Энергия үҙәге ватан ҡорамалдары һәм 150 мең квадрат метрҙан ашыу яңы торлаҡты: 33-сө биҫтәне генә түгел, шулай уҡ 28, 29, 32А һәм 34-се биҫтәләрҙәге күп фатирлы йорттарҙы йылы менән тәьмин итеүсе автоматлаштырыу системалары менән йыһазландырылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы 2019 йылдан “Стимул” федераль программаһында әүҙем ҡатнаша һәм файҙаланыуға тапшырылған инженер һәм юл инфраструктураһы объекттары һаны буйынса төбәктәр араһында алдынғыларҙың береһе булып тора: программа эшләй башлағандан алып Башҡортостанда бөтәһе 24 объект, шул иҫәптән Октябрьский ҡалаһының 33-сө биҫтәһендә һыу бүлеү һәм һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөлгән.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.