Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Ноябрь , 08:30

Русландың эштәре күптәрҙе һоҡландыра

Саҡмағош районы эшҡыуары дәүләт ярҙамында үҙ эшен асты. 

Русландың эштәре күптәрҙе һоҡландыра
Русландың эштәре күптәрҙе һоҡландыра

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”милли проекты сиктәрендә Саҡмағош районында үткән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә Руслан Хужиндың мебель етештереү өлкәһендәге проектын хупланылар. Уға етештереүҙе артабан киңәйтеү һәм мебель ремонтлау өсөн субсидия бирелде.

Субсидия алғас, эшҡыуар популяр лофт стилендә мебель, шулай уҡ барбекю зонаһы өсөн мангалдар һәм әйберҙәр эшләү буйынса үҙ эшен асҡан. Был ҡарар уға хыялын тормошҡа ашырырға ғына түгел, ә баҙарҙа талап ителгән сифатлы изделиелар тәҡдим итергә лә мөмкинлек бирҙе.

Заманса ҡорамал эшҡыуарҙың уңышынан төп нигеҙҙәрҙең береһенә әүерелде, ул изделиелар етештереү сифатын һәм тиҙлеген ярайһы уҡ арттырҙы. Металл изделиелар өсөн онтаҡлы буяуҙар ҡулланыу продукция етештереүҙә төп аспект булып тора. Был ысул тышҡы йоғонтоларға бирешмәүсәнлекте һәм сыҙамлыҡты тәьмин итә. Махсус мейестә эшкәртелгән әйберҙәр матур булыуҙан тыш, оҙаҡ хеҙмәт итә.

Руслан Хужин һәр заказға ижади ҡараш күрһәтә. Ул һәр төрлө ҡатмарлылыҡтағы индивидуаль һыҙымдар буйынса деталдәрҙе башҡарырға әҙер, был клиенттарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн киң мөмкинлектәр аса. Был уға конкуренттары фонында айырылып торорға һәм һатып алыусыларҙың ышанысын яуларға мөмкинлек бирә.

"Руслан Хузин – үҙ белемен заманса технологиялар менән берләштерә алған уңышлы эшҡыуар миҫалы. Уның бизнесы аҡса эшләү ысулы ғына түгел, ә ижади ҡеүәтте тормошҡа ашырыу ҙа булды. Шәхси ҡарашы һәм изделиеларҙың юғары сифаты арҡаһында Руслан клиенттарҙың ышанысын яуланы һәм үҙ өлкәһендә үҫешеүен дауам итә", – тип билдәләнеләр район хакимиәтендә.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: