“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Учалы районы хакимиәтендә сираттағы муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте, уның барышында Учалы ауылында магазин төҙөү проекты ҡаралды.
Шәхси эшҡыуар Юнир Әйүпов магазин төҙөлөшө тураһында һөйләне. Төп юлға техник тоташтырыуҙы ойоштороу һәм объектты файҙаланыуға тапшырыу буйынса проблемалы мәсьәләләр хаҡында хәбәр итте. Эшҡыуарға автомобиль юлына йәнәш юл һалыуға (реконструкциялауға) техник шарттар алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хужалығы идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәңәш иттеләр.
Үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” һөҙөмтәләре буйынса проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә финанс ярҙам саралары тураһында кәрәкле мәғлүмәти консультация күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа, шулай уҡ үҙ эшен ойошторорға теләгәндәрҙең барыһы ла саҡырыла. Яҙма Башҡортстан ның Инвестиция порталында https://investrb.ru/ru/ (“Инвестиция сәғәте. Ғариза биреү” бүлеге) алып барыла”, - тип билдәләнеләр район хакимиәтендә.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Учалы районы хакимиәте.