Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ноябрь , 14:10

Компания тауар һатып алыуҙы яҡшыртҡан

Компанияға етештереүсәнлекте арттырырға ҡамасаулаған төп проблемалы йүнәлештәр асыҡланып, уларҙы бөтөрөү буйынса саралар тәҡдим ителгән.

Компания тауар һатып алыуҙы яҡшыртҡан
Компания тауар һатып алыуҙы яҡшыртҡан

Өфөнән йылытыу ҡорамалдары етештереүсе “Газстройнвест” компанияһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (нацпроект “Производительность труда”) ҡатнашып, тауар һатып алыу процесын яҡшыртҡан. Был турала Республика компетенция үҙәге (РКҮ) хәбәр итә.

РКҮ эксперттары аңлатыуынса, проект командаһы тауар һатып алыу процесын оптималләштереү буйынса эш алып барған. “Компанияға етештереүсәнлекте арттырырға ҡамасаулаған төп проблемалы йүнәлештәр асыҡланды, уларҙы бөтөрөү буйынса саралар тәҡдим ителде”, – ти проект етәксеһе Эльнар Сиражетдинов.

“Газстройнвест” вәкилдәре, һаҡсыл етештереү алымдарын индереүгә төбәлгән өмөт 100 процентҡа аҡланды, тип иҫәпләй. “Беҙ тәжрибәне башҡа подразделениеларға ла таратырға теләйбеҙ”, – ти “Газстройинвест” компанияһының һатып алыу бүлеге етәксеһе Виталий Черкашин.

Проект тамамланғанға тиклем предприятиела үҙәк келәттән тауарҙы үҙ аллы алып сығыуҙы камиллаштыра башлағандар. Яҡын арала барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә һаҡсыл етештереү нигеҙҙәренә һәм 5С системаһына өйрәнергә тейеш.

Милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: economy.bashkortostan.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: