Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ноябрь , 14:45

Әжекәйҙәр яңы клублы булды

Ике ҡатлы клуб бинаһы 1976 йылда уҡ төҙөлгән, шунлыҡтан күптән йүнәтеү талап ителгән булған. Бында шулай уҡ ауыл китапханаһы ла урынлашҡан.

Әжекәйҙәр яңы клублы булды
Әжекәйҙәр яңы клублы булды

Мәсетле районының Әжекәй ауылы халҡы мәҙәни сараларҙы хәҙер капиталь ремонт үткәрелгән заманса клубта ҡарау форсатына эйә булды. Ошо арала замансалаштырып эшләнгән бинаны асыу тантанаһы үтте. Яңыртыу эштәре РФ Президенты В.В. Путин иғлан иткән “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Асыу тантанаһында Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин республикала социаль әһәмиәтле, шул иҫәптән мәҙәни, учреждениеларҙы ремонтлау һәм төҙөүгә ҙур иғтибар бүленгәнен билдәләне. Әжекәйҙәге яңыртып төҙөлгән ауыл клубы – ошоға асыҡ дәлил.

Ике ҡатлы клуб бинаһы 1976 йылда уҡ төҙөлгән, шунлыҡтан күптән йүнәтеү талап ителгән объект булған. Бында шулай уҡ ауыл китапханаһы ла урынлашҡан.

Ауыл клубына капиталь ремонт үткәреү өсөн республика ҡаҙнаһынан – 10 миллион, урындағы бюджеттан 328 мең һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға бинаның ҡыйығы, янғын хәүефһеҙлеге системаһы яңыртылған, янғындан һаҡланыу баҫҡысы ҡуйылған, тышҡы яҡтан көпләнгән, инеү урыны ла яңынан эшләнгән, фойе матурланған. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн уңайлылыҡ та булдырылған.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: