“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматында кәңәшмә үткәрҙе.
Осрашыу барышында ике бизнес-проект ҡаралды. Беренсеһе – “Футбол клубы: футбол майҙанын булдырыу”. Уны “Экспресс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәйес Сәйетхужин тәҡдим итте. Спортсыларҙы урынлаштырыу өсөн хостел, кейенеп-сисенеү бүлмәләре һәм, шулай уҡ ике футбол майҙансығы төҙөү күҙаллана. Был спорт объекттары етешмәү проблемаһын хәл итергә, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Икенсе проект – “Иретеп йәбештереү производствоһы”, уны эшҡыуар Ринат Насиров тәҡдим итте. Ул айырым шәхестәр һәм ойошмалар өсөн электр менән иретеп йәбештереү хеҙмәттәрен күрһәтергә ниәтләй. Проект старт сығымдары, конкуренцияның түбән булыуы һәм үҫеш өсөн перспективалар булыу арҡаһында ҡыҙыҡлы. Слесарь һәм иретеп йәбештереү эштәрендә тәжрибәһе булған эшҡыуар үҙ аллы бизнесты үҫтерергә ниәтләй һәм иретеп йәбештереү цехын ойоштороу өсөн бинаны ҡуртымға алыуҙа булышлыҡ итеүҙе һорай.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.