Башҡортостандың Бәләбәй районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы юлының 10 километрҙан ашыуы төҙөкләндерелде. Подрядсы ойошма иҫке япманы һүткән, юлдың нигеҙен ресайклинг технологияһы буйынса нығытҡан һәм яңы асфальт-бетондың ике ҡатламын түшәгән. Эш һуңында юл хеҙмәткәрҙәре юл ситтәрен нығытты һәм юлға тамға һалды.
"Әлеге юл бер юлы өс районды: Бәләбәй, Туймазы һәм Шаран райондарын тоташтыра. Ул Башҡортостандың терәк селтәренә инә, сөнки бик күп тораҡ пункттарҙа, шул иҫәптән Бәләбәй һәм Туймазы кеүек ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Бында хәрәкәт көсөргәнешлелеге ярайһы уҡ юғары - тәүлек һайын уның буйлап өс меңләгән машина үтә”, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы юлдарының 15,7 километры яңыртылды.
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.
Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.