Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ноябрь , 10:30

Донъя баҙарҙарын үҙләштереү буйынса эш дауам итә

Башҡортостан заводтары Ҡытайға 3,2 мең тонна сөгөлдөр ҡамыры оҙатты

Донъя баҙарҙарын үҙләштереү буйынса эш дауам итә
Донъя баҙарҙарын үҙләштереү буйынса эш дауам итә

 “Раевсахар” компанияһы һәм шишмә шәкәр заводы Ҡытай Халыҡ Республикаһына 3,2 мең тонна гранулланған сөгөлдөр һығындыһы оҙатты, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан.

Агросәнәғәт комплексы тауарын тейәү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Үҫемлек сығышлы мал аҙығы Ҡытай Халыҡ Республикаһы талаптарына тап килә, тип билдәләнеләр дәүләт учреждениеһында.

2024 йыл башынан алып Башҡортостандын Европа Союзы илдәренә, Евразия иҡтисади союзына, Ҡытай Халыҡ Республикаһына ауыл хужалығы малдары һәм ҡош-ҡорт өсөн дөйөм күләме 119,33 мең тонна тәшкил иткән 2548 партия үҫемлек аҙығы һәм мал аҙығы өҫтәмәләре экспортланған.

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы тауарҙары донъяның 44 иленә оҙатыла, яңы баҙарҙарҙы үҙләштереү буйынса эш дауам итә. Республика агропродукцияһын һатып алыусы төп илдәр – Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай. Шулай уҡ төбәк Алжир, Үзбәкстан, Төркмәнстан һәм Тажикстан менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

Фото: agriculture.bashkortostan.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: