Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ноябрь , 11:30

Комплекс һынауҙы уңышлы үтте

Ошо йылдың ун айы эсендә унда 700-ҙән ашыу тикшереү үткәрелгән

Комплекс һынауҙы уңышлы үтте
Комплекс һынауҙы уңышлы үтте

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Архангел район дауаханаһына яңы эндоскопия комплексы алынды.

Ошо йылдың ун айы эсендә унда 700-ҙән ашыу тикшереү үткәрелгән.

Медицина техникаһы өсөн  терәк эндоскопик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн инструменттар йыйылмаһы менән йыһазландырылған. Эндоскопия ысулы хирургияла, гастроэнтерологияла, пульмонологияла, оториноларингологияла һәм медицинаның башҡа өлкәләрендә  диагностикалау һәм дауалау маҡсатында  киң ҡулланыла.

–Гастроскоп ҙур диагностик мөмкинлектәргә һәм функцияларға эйә. Аныҡ һүрәттәр һөҙөмтәһендә диагностиканың теүәллегенә ирешелә. Аҙ ғына зарарланған урындар ҙа яҡшы күренә, тикшереүҙәр тәьҫирлеге юғары, – ти табип-эндоскопист Азат Аҫылғужин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото:https://ufa.mk.ru/ 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: