Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы урман хужалыҡтарында тубырсыҡ йыйыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Етмәһә, был ҡул хеҙмәте генә, сөнки тубырсыҡты ағасҡа зыян килтермәй һыҙырып алырлыҡ машиналар юҡ. Бынан тыш, урмансылар бөтә тубырсыҡтарҙы ла йыймай, ә ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан зыян күрмәгән, быйыл өлгөргәндәрен генә. Эш “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә ойошторолған. Урман орлоҡтары сеймалы, шул иҫәптән тубырсыҡ әҙерләү урманды тергеҙеү өсөн урман орлоҡтары запасын булдырыу маҡсатында үткәрелә.
- Ғәҙәттә, орлоҡҡа тубырсыҡ йыйыу мотлаҡ һыуыҡтар төшкәс башлана – был сифатлы орлоҡ етештереүҙең төп шарттарының береһе, – тип билдәләне Илеш урман хужалығы директоры Фидрат Яҡупов. - Беҙ 4700 килограмм ҡарағас тубырсығын йыйҙыҡ та инде. Һуңынан уларҙы эшкәртә башлаясаҡбыҙ.
Тубырсыҡтарҙы эшкәртеү циклына бер нисә этап инә: сорттарға айырыу, орлоҡ сығарыу, ҡатнашмаларҙан таҙартыу, орлоҡтарҙы сорттарға айырыу һәм уларҙы тейешле дымлылыҡҡа тиклем киптереү. Ошо процедураларҙан һуң ғына әҙерләнгән орлоҡтар питомниктарҙа ултыртыла, унда үҫентеләр үҫеп сыға, улар ике йәшлек булғас урман участкаларына күсереп ултыртыла.
Шулай итеп, тубырсыҡ йыйыу – төбәктең уникаль урмандарын һаҡлауға һәм тергеҙеүгә экологик тотороҡлолоҡто, тәбиғәт ресурстары сәләмәтлеген тәьмин итеүсе мөһим аҙым ул.
Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.