Стратегик сессия Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты сиктәрендә үтте, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
– 2021-2024 йылдарҙа муниципалитет вәкилдәре менән 15 стратегик сессия уҙғарылды. Уҡытыу бөтөнләй яңы форматта, остазлыҡ элементтары менән алып барыла. Быйыл экспорт эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә 50 бизнес-шәриф, Өфө райондары һәм 57 предприятие вәкилдәре өйрәнде, – тип билдәләне республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева.
“Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты потенциаль экспортерҙарҙы асыҡларға һәм республика компанияларының сит ил баҙарҙарына сығыуын тәьмин итергә тейеш.
Эксперт төркөмдәре экспортҡа йүнәлтелгән предприятиеларға консультация ярҙамы күрһәтеү өсөн райондарға бара. 131 тапҡыр сыҡҡандар, 483 компанияға консультация ярҙамы күрһәтелгән. Һөҙөмтәлә 86 контракт төҙөлгән.
Маргарита Болычева шулай уҡ бизнес-шәрифтәрҙең предприятиелар менән эшләүенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Спикерҙар дәүләт ярҙамы саралары, эшҡыуарҙар өсөн экспорт өҫтөнлөктәре, баҙар һайлау һәм сит ил һатып алыусыларын эҙләү, тышҡы сауҙа килешеүҙәренең төп этаптары хаҡында һөйләне.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова ҡатнашыусыларҙы “2025 – 2030 йылдарға экспортты үҫтереү – Экспортҡа алға!” төбәк программаһы менән таныштырҙы. Программа сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы, туристик хеҙмәттәр, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса дүрт проектты үҙ эсенә ала.
Фото сығанағы: pravitelstvorb.ru.