Милли проекттар
29 Ноябрь 2024, 03:30

Өфөлә “Кәсептәр аҙналығы” күргәҙмә-йәрминкәһе уҙа

Сара 5 – 7 декабрҙә Өфөләге "ЭКСПО" күргәҙмә комплексында үтә.

Өфөлә “Кәсептәр аҙналығы” күргәҙмә-йәрминкәһе уҙаӨфөлә “Кәсептәр аҙналығы” күргәҙмә-йәрминкәһе уҙа
Өфөлә “Кәсептәр аҙналығы” күргәҙмә-йәрминкәһе уҙа

Был ваҡиға эшлекле программаны, “Волга буйы” күргәҙмә йәрминкәһен, “Өфө. Ижад. Кәсептәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-йәрминкәләрен һәм оҫталыҡ дәрестәрен берләштерә. Бынан тыш, "Кәсептәр аҙналығы" барышында "Иң яҡшы кәсепсе-2024" республика конкурсы ойошторола, унда Башҡортостан оҫталары 14 номинацияла көс һынаша.

– Халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙарға ярҙам итәбеҙ, сөнки Башҡортостанда быуаттар төпкөлөнән килгән йолаларҙы һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә. “Кәсептәр аҙналығы” сараһында республиканың ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәренең оҫталары үҙҙәре етештергән үҙенсәлекле әйберҙәрҙе халыҡҡа күрһәтә аласаҡ. Былтыр Рәсәйҙең 10 төбәгенән 200-ҙән ашыу оҫта үҙ продукцияһын тәҡдим итте, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (нацпроект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы уҙа. Проекттың маҡсаты – бизнесҡа төрлө үҫеш этаптарында ярҙам итеү, йәғни старт идеяһынан башлап экспортҡа сығыуға саҡлы булышлыҡ итеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас