Милли проекттар
29 Ноябрь 2024, 04:30

Өфөнөң Сағыу биҫтәһендә яңы юл төҙөлдө

Йыл һайын яңы торлаҡ кварталдары төҙөлә, социаль объекттар барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта бында 9500 самаһы кеше йәшәй.

Өфөнөң Сағыу биҫтәһендә яңы юл төҙөлдөӨфөнөң Сағыу биҫтәһендә яңы юл төҙөлдө
Өфөнөң Сағыу биҫтәһендә яңы юл төҙөлдө

Өфөнөң Сағыу биҫтәһендә Акварель урамын Ғашиҡтар бульвары менән тоташтырған юлды техник асыу тантанаһы булды. Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә төҙөлдө. Бында асфальт түшәлгән, тротуар һәм велосипед юлы һалынған, шулай уҡ тышҡы яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Юлдың оҙонлоғо 547 метр тәшкил итә.

Заказсы вәкилдәре аңлатыуынса, проекттың төп маҡсаты – үҫешеүсе яңы биҫтәне транспорт һәм йәйәүлеләр инфраструктураһы менән тәьмин итеү. Атап әйткәндә, яңы юл төҙөлөп ятҡан мәктәпкә һәм күп фатирлы йорттарға инеү мөмкинлеген бирәсәк.

– Әле “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙамында төҙөкләндерелгән райондарҙа юлдар һалына. “Сағыу”ҙа юл төҙөлгән дә инде, ә төҙөлөш эштәре башҡарыласаҡ ҡына. Район тиҙ үҫешә, - тип билдәләне Өфө хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса идаралығы начальнигы Константин Паппе.

Бөгөн “Сағыу” – Өфөнөң 2011 йылда төҙөлә башлаған иң тиҙ үҫешкән биҫтәләренең береһе. Йыл һайын яңы торлаҡ кварталдары төҙөлә, социаль объекттар барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта бында 9500 самаһы кеше йәшәй. 2019 йылда биҫтәлә 1000 урынлыҡ “СМАРТ” полилингваль мәктәбе үҙ ишектәрен асты, 2020 йылда яңы мәктәп янында 180 урынлыҡ 202-се “Аманат” полилингваль балалар баҡсаһы барлыҡҡа килде. Һуңғы өс йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” проекты сиктәрендә бында алты яңы хәүефһеҙ һәм сифатлы юл һалынған.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас