Башҡортостандың Ҡариҙел районы Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгендә 2-се урта мәктәптең 8-11-се класс уҡыусылары өсөн грант ярҙамы һәм инициативалы бюджетлау мәсьәләләренә арналған осрашыу үтте. Сара "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге директоры Елена Ғибәҙуллина йәштәрҙе мәктәп инфраструктураһын яҡшыртыуға һәм ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итеү процесына йәлеп итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән грант программалары, аҡса алыуға ғаризаларҙы нисек дөрөҫ әҙерләү тураһында ентекле һөйләне. Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге директоры билдәләүенсә, мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау уҡыусыларға үҙ идеяларын үҫтерергә генә түгел, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашырға ла мөмкинлек бирә.
Уҡыусылар, ғаризалар биреү процесы, гранттар алыу шарттары һәм уҡыусылар алдында асылған мөмкинлектәр тураһында һорауҙар биреп, яңғыраған темаларға ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Ойоштороусылар бындай башланғыстар балаларҙа яуаплылыҡ тойғоһон һәм лидерлыҡ сифаттарын формалаштырырға ярҙам итер, был артабан уларҙың шәхси һәм профессиональ тормошонда ыңғай сағылыш табыр тигән ышаныс белдерҙе.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.