Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ноябрь , 06:30

Алты йылда – 1700 саҡрымға яҡын юл

Иң ҙур эштәр ҡайҙа бара?

Алты йылда – 1700 саҡрымға яҡын юл
Алты йылда – 1700 саҡрымға яҡын юл

Башҡортостанда алты йыл эсендә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә 1700 саҡрым самаһы юл һәм 1500 погон метрға яҡын күпер ремонтланған, реконструкцияланған, төҙөлгән.

Был хаҡта республиканың Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Башҡарылған эштәргә 37 миллиард һумдан ашыу, ошо иҫәптән федераль ҡаҙнанан 15 миллиард һумдан күберәк аҡса йүнәлтелгән. Милли проект буйынса шулай уҡ дөйөм оҙонлоғо 40 саҡрымдан ашыу 15 объект, 794 погон метрлыҡ ике күпер төҙөлгән, реконструкцияланған.

- Уларҙың иң ҙурҙары - Иглин районында Иглин - Кәлтә юлы, Дыуан, Ҡариҙел райондарында Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы юлы, Өфөлә Воровский урамы һыҙатында Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе реконструкциялау, Көнсығыш сығыу юлын төҙөү һәм башҡалар, - тине Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.

Башҡортостанда төп иғтибар терәк юл селтәренә ингән трассаларҙы ремонтлауға бүленә. Быйыл яҡынса 88 саҡрым ара төҙөкләндерелгән.

Милли проектҡа ярашлы, быйыл Архангел, Белорет, Дәүләкән, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондарында дөйөм оҙонлоғо 373 погон метрлыҡ һигеҙ күперҙе тәртипкә килтереү планлаштырыла. Шулай уҡ 440 метр оҙонлоҡтағы Шакша күперендә эш дауам итә. Ҡоролмала хәрәкәтте 2024 йылдың аҙағына тиклем тулыһынса асыу планлаштырыла.

Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың именлеген һаҡлау йәһәтенән дә ҙур эштәр алып барыла. Мәҫәлән, республика юлдарында 1750 фотовидеотеркәү камераһы бар. Йыл һайын юл билдәләре яңыртыла, ҡоймалар, светофорҙар, яһалма яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла. Өфөгә Интеллектуаль транспорт системаһы индерелә.

- 2022 йылдан Өфөнөң иң тығыҙ урамдарындағы 140 светофор объекты яңыртылды, һауа шарттары тураһында мәғлүмәт сығарылған ике мәғлүмәт таблоһы ҡуйылды, Юл хәрәкәтенә идара итеү үҙәге булдырылды, - ти Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе Илья Крюков.

Республикала айырыуса проблемалы юлдарҙы ремонтлауға ҙур иғтибар бирелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был йәһәттән программа 2023 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырыла башланы. Уға йыл һайын дүрт миллиард һум йүнәлтелә. Яҡынса йомғаҡтар буйынса, 2024 йылда Башҡортостанда ошондай 112 саҡрым оҙонлоҡтағы 51 юл ремонтланған.

Билдәле булыуынса, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты (национальный проект "Безопасные и качественные автомобильные дороги") Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылды, ул республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: