Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә эшлекле бәйләнештәр биржаһы әүҙем эшләне. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар араһында мебель, медицина ҡорамалдары, кондитер тауарҙары, йылылыҡ изоляцияһы материалдары, нефть һәм газ ҡорамалдары, иген, бал, металл әйберҙәр, минераль һыу етештереүселәр, йөк ташыу, логистик процестар өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеүселәр булды.
– B2B-ла бөтәһе 306 компания теркәлгән, шуларҙың 128-е –Ҡаҙағстан Республикаһынан, Башҡортостандан – 122, Рәсәй төбәктәренән – 56. Ике көн эсендә эшлекле бәйләнештәр биржаһында 800-ҙән ашыу осрашыу үтте, һөҙөмтәлә эшҡыуарҙар араһында 80 килешеүгә өлгәшелде. В2В – осрашыуҙар Рәсәй-Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлеген үҫтереү өсөн юғары ҡеүәтен күрһәтте, өлгәшелгән килешеүҙәр ике ил араһында эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур аҙым булды, – тип белдерҙе Маргарита Болычева.
Форумдың мөһим һөҙөмтәһе булып Рәсәй һәм Ҡаҙағстан компаниялары араһында бер нисә меморандумға һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тора. Мәҫәлән, республиканың медицина хеҙмәттәре күрһәтеү предприятиеһы Ҡаҙағстанда медицина мебеле етештереүҙе теркәү тураһында килешеүгә өлгәшкән. Башҡортостандың ҡайһы бер сауҙа предприятиелары Ҡаҙағстан кондитер фабрикаһы менән килешеүҙәр төҙөү арҡаһында кондитер изделиелары ассортиментын киңәйтә аласаҡ.
Бынан тыш, форум сиктәрендә Ҡаҙағстан компаниялары “Медстальконструкция” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең медицина мебеле һәм ҡорамалдары заводында булды. Был тулы цикллы производство предприятиеһы, “Меги” компаниялар төркөмөнә инә һәм юғары сифат талаптарына яуап биргән һәм теләһә ниндәй дәүләт йәки шәхси заказды үтәй алған медицина изделиеларын тикшереүҙә, проектлауҙа һәм етештереүҙә ҙур тәжрибәгә эйә. Башҡортостан Республикаһының экспортеры булып тора. Осрашыу йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан яғы Башҡортостан тауарҙары менән ҡыҙыҡһынды һәм компаниялар өҫтәмә һөйләшеүҙәр үткәрергә килеште.
Был хеҙмәттәшлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын («Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru.