Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Декабрь , 08:30

Эш урындары яңыра

Яңы техника ярҙамында телемедицина консультациялары үткәрергә мөмкин.

Эш урындары яңыра
Эш урындары яңыра

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһына ярашлы, Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына амбулатор звеноның эш урындарын йыһазландырыу өсөн өс компьютер алынды.  Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

 Автоматлаштырылған эш урындары медицина хеҙмәткәрҙәренә пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙырға, электрон карталарҙы алып барырға, льготалы дарыуҙарға рецептар, йүнәлтмәләр бирергә ярҙам итә. Шулай уҡ яңы техника ярҙамында телемедицина консультациялары үткәрергә мөмкин.

–Ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм яңы автомалаштырылған эш урындарын булдырыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт мәғлүмәт системаһына тулыһынса күсергә мөмкинлек бирә. Был медицина учреждениеһына  ҡағыҙ документтар әйләнешенән баш тартырға һәм эш процесын яйларға ярҙам итәсәк, – тине дауахананың баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото:Bash.nevs

.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: