Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь , 09:30

Улар - райондың ғорурлығы

Әбйәлил районында "Йыл уҡытыусыһы" республика конкурсының муниципаль этабы финалы үтте. 

Улар - райондың ғорурлығы
Улар - райондың ғорурлығы

"Мәғариф" милли проекты сиктәрендә һәм белем биреү сифатын күтәреү маҡсатында Әбйәлил районының Асҡар ауылы мәҙәниәт йортонда "Йыл уҡытыусыһы" һөнәри оҫталыҡ конкурсы муниципаль этабының ғәйәт ҙур финалы уҙҙы. “Йыл уҡытыусыһы-2024” республика конкурсы сиктәрендә Әбйәлил районы уҡытыусылары йыл уҡытыусыһы, Йыл советнигы, Йыл педагогы кеүек төрлө йүнәлештәрҙә, шулай уҡ “Иң шәп класс” һәм “Өмөт-2024” конкурстарында үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте.

Быйыл конкурста 47 педагог ҡатнашты, уларҙың 14-е финалға үтте. Финалсылар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе һәм үҙҙәре менән таныштырҙы, тәжрибә уртаҡлашты. Һигеҙ еңеүсе республика конкурсында район исеменән сығыш яһаясаҡ.

"Йыл уҡытыусыһы" конкурсы педагогтарҙың һөнәри оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, уларҙы яңы ҡаҙаныштарға илһамландыра, һәм шулай уҡ йәмғиәттә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрә. Барлыҡ еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы ҡотлайым! Һеҙ – беҙҙең мәғарифты яҡтыртыусы, һәм хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Һеҙгә яңы еңеүҙәр һәм уңыштар теләйем!” - тине райондың мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсадиева.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: