Башҡортостан компанияһы Ҡаҙағстанға ҡымыҙ ебәреү тураһында һөйләшеп килеште.
“ЭкоПродукт” ауыл хужалығы предприятиеһы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ярҙамында Башҡортостандан Ҡаҙағстанға 60 тонна ҡымыҙ продукты ебәрәсәк. Был хаҡта республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр ителде.
Тейешле килешеүгә XX Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә ҡул ҡуйылды. Компания Ҡаҙағстандың “Раян” коммерция предприятиеһын тәьмин итеүгә контракт төҙөнө.
– Башҡортостан – Рәсәйҙә йылҡы һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә, төбәктә уларҙың һаны 130 меңгә яҡын. Шуға күрә республика бейә һөтө һәм унан продукция етештереү буйынса ҙур потенциалға эйә. Беҙҙең предприятиелар бындай продуктты Рәсәй төбәктәренә лә, сит илдәргә сығарырға ла әҙер, — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - Ауыл хужалығы министры вазифаларын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов.
Бынан тыш, Форум сиктәрендә Рәсәйҙең 11 төбәгенән һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтарынан 119 сит ил компанияһы предприятиеларының эшлекле осрашыуҙары үтте.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.