Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь , 09:00

Ауылда йәшәүселәр үҙҙәре киләсәген хәл иткән

Ҡырмыҫҡалы районында парк төҙөкләндерелә.

Ауылда йәшәүселәр үҙҙәре киләсәген хәл иткән
Ауылда йәшәүселәр үҙҙәре киләсәген хәл иткән

2022 йылда Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүселәр Прибельский ауылында йәмәғәт урынын булдырырға ҡарар иткән. Быға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) булышлыҡ иткән.

Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һүҙ “Үҙәк квадрат” паркы тураһында бара. Былтыр бында тренажерҙар ҡуйғандар һәм мини-футбол өсөн спорт майҙансығы хасил булған. Өҫтәүенә был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (национальный проект “Долгая и активная жизнь”) бурыстарын да тормошҡа ашыра.

Быйыл паркта хәүефһеҙ япмалы заманса балалар майҙансығы булдырылған. Киләһе йылда юлдарға асфальт түшәләсәк һәм урамдар яҡтыртыласаҡ. Шуныһы мөһим: тап ошонда йәшәүселәр Прибельский ауылында төҙөкләндереү эштәрен атҡарһындар өсөн тауыш биргән. Тимәк, улар үҙҙәре киләсәгенең яҡшы булыуын теләгән.

- Ауылыбыҙ үҫә һәм йәшәй. Һуңғы йылдарҙа был, әлбиттә, алға китеш. Яңы парк беҙгә ныҡ оҡшай. Бөгөн бында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ял итә, - ти ауылда йәшәүсе Надежда Кузнецова.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: