Башҡортостан ҡымыҙ етештереүселәре Ҡаҙағстанға һөт тауары экспортын ике тапҡырға һәм ҡымыҙҙы 1,7 тапҡырға арттырҙы, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан тауарын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу йүнәлешендә ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национального проекта “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарының береһе булып тора.
Ҡымыҙ - Башҡортостанда, Ҡаҙағстанда быуаттар төпкөлөнән килгән милли әсе һөтлө эсемлек. Йыл башынан Башҡортостан етештереүселәре Ҡаҙағстанға 5607 тонна ҡымыҙҙы экспортҡа сығарған. Республиканан күрше илгә бөтәһе 6955 тонна һөт тауары һатылған.
Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 4049 тонна һөт ризыҡтарының 624 партияһы, шул иҫәптән 2768 тонна ҡымыҙҙың 480 партияһы рәсмиләштерелгән.
Рәмилә Мусина фотоһы.