Милли проекттар
8 Декабрь 2024, 03:30

Балаҡатайҙарға – яңыртылған хирургия корпусы

Яңы Балаҡатай дауаханаһында яҡшыртылған бүлек асылды

Балаҡатайҙарға – яңыртылған хирургия корпусыБалаҡатайҙарға – яңыртылған хирургия корпусы
Балаҡатайҙарға – яңыртылған хирургия корпусы

Яңы Балаҡатай ауылы дауаханаһының хирургия корпусы бинаһын капиталь ремонтлау тамамланды. Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мөмкин булды, тип хәбәр итә төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Хирургия корпусы – 1994 йылда төҙөлгән өс ҡатлы кирбес бина. Ул элек заманса санитар талаптарға тап килмәгән. 30 йыл эсендә унда бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Әммә хәҙер эштәр тамамланғандан һуң, пациенттарға һәм персоналға күпкә уңайлыраҡ буласаҡ. Эшселәр учреждениеның коридорын киң һәм яҡты итеп эшләгән, стеналарҙы буяған. Шулай уҡ улар бинаға хәүефһеҙ мебель ҡуйған.

Корпуста ҡабул итеү, анестезиология һәм реанимация бүлеге, беренсел медицина-санитар ярҙам бүлегенең рентгенологик һәм эндоскопик кабинеттары һәм башҡалар урынлашҡан.  

“Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” федераль проекты 2022 йылдан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: gtrk.tv

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас