Милли проекттар
9 Декабрь 2024, 02:30

Ҡытайҙар беҙҙең һөттө ала

Россельхознадзор контроле аҫтында Башҡортостан предприятиеһы 2024 йыл башынан Ҡытайға 113 тонна киптерелгән һөт оҙатҡан.

Ҡытайҙар беҙҙең һөттө алаҠытайҙар беҙҙең һөттө ала
Ҡытайҙар беҙҙең һөттө ала

Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре контроле аҫтында 2024 йылдың 25 ноябрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһына 20 тонна ҡоро һөт экспортҡа оҙатылған.

Башҡортостандың Мәләүез ҡалаһынан һөт-консерва комбинаты етештергән һөт продукцияһы РФ Дәүләт сигендә һәм Транспорты идаралығында ветеринария күҙәтеүе бүлеге белгестәре тарафынан тикшерелде һәм рәсмиләштерелде. Һайлап алынған күҙәтеү аҫтындағы продукция өлгөләре, Ҡытай Халыҡ Республикаһының Баш таможня идаралығы талаптарына ярашлы, “Федераль хайуандар һаулығын һаҡлау үҙәге” федераль дәүләт бюджнт учреждениеһының Брянск филиалында тулы күләмдә лаборатория һынауҙары үтә һәм импортлаусы илдең талаптарына тап килә.

Һөт продукцияһы етештереүсе экспорт сертификацияһын үтә һәм “Цербер” Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһының Экспортсылар реестрына индерелә. Һөт тауары партияһына Ecert” системаһында 5D экспорт ветеринар сертификаттары бирелгән. 2024 йылдың 9 ғинуарынан 26 ноябренә тиклем Башҡортостан Ҡытайға дөйөм ауырлығы 113 тонна булған 13 партия һөт продукцияһын оҙатты.

Тауарҙы бындай оҙатыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт") тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: 102.fsvps.gov.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас