Милли проекттар
10 Декабрь 2024, 07:30

Еңеүсе эшҡыуар кем?

Республика конкурсы  күберәк эшҡыуарҙарҙы йәлеп итә

Еңеүсе эшҡыуар кем?Еңеүсе эшҡыуар кем?
Еңеүсе эшҡыуар кем?

Өфөлә халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ сиктәрендә “Йыл эшҡыуары” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙғарылды, тип хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. Был сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектына  (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы».) ярашлы башҡарылды.

Быйыл “Йыл эшҡыуары” конкурсы 19-сы тапҡыр уҙғарыла. 2020 йылдан ул ике этапта ойошторола: һайлап алыу һәм финал өлөшө. Һайлап алыу турын республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре үткәрҙе. Финал (республика) этабында муниципаль кимәлдәге еңеүселәр ҡатнашты. 2022 йылда республика этабына 147 ғариза ҡабул ителгән, 2023 йылда - 143.

- Быйыл “Йыл эшҡыуары” конкурсының республика этабына 54 муниципалитеттан 168 ғариза ҡабул ителде. Был иһә конкурсҡа ҡыҙыҡһыныуҙың ҙур булыуы, төбәгебеҙҙә әүҙем эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тураһында һөйләй. Финалға 40-тан ашыу ҡатнашыусы сыҡты. Уларҙың 16-һы еңеүсе исеменә лайыҡ булды. “Йыл эшҡыуары” конкурсы  башланғысҡа ярҙам, яҡшы алымдарҙы ғына күрһәтеп ҡалмай, эшҡыуарҙарға  юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә илһам бирә. Йылдан-йыл  ҡатнашыусылар һанының артыуына ышанабыҙ, - тине Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.  

Иң күп ғаризалар “Етештереү өлкәһендәге иң яҡшы йыл эшҡыуары” , “Ваҡлап һатыу өлкәһендәге иң яҡшы эшҡыуар”, “Иң яҡшы социаль йыл эшҡыуары”, “Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендәге иң яҡшы йыл эшҡыуары”, “Йылдың иң яҡшы ғаилә бизнесы” номинацияларына ҡабул ителгән.  

- “Йыл эшҡыуары” конкурсының төп маҡсаты – бизнесҡа рәхмәт белдереү, Башҡортостандың иң яҡшы эшҡыуарҙарын күрһәтеү, эшҡыуарлыҡты танытыу, - тип билдәләне Башҡортостандың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды генераль директоры Элиана Сәйетова.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас