Милли проекттар
11 Декабрь 2024, 05:30

Предприятиелар наградланған

Милли проекттар эш һөҙөмтәһенә ыңғай йоғонто яһай

Предприятиелар  наградланғанПредприятиелар  наградланған
Предприятиелар наградланған

Башҡортостандан машиналар эшләү, химия сәнәғәте өлкәһендә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”)  ҡатнашыусы предприятиелар “Етештереү лидерҙары” программаһы һөҙөмтәһе буйынса федераль кимәлдә билдәләнде.

Милли проект предприятие идарасыларының квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтелгән. Бүләкләү тантанаһы Мәскәү ҡалаһында үтте. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов билдәләүенсә, етештереүселәр араһында 10 меңдән ашыу милекселәр һәм бизнес етәкселәре иҫәпләнә. Был лидерҙар үҙәренең компанияларын ғына түгел, илдең дә иҡтисадын күтәрә.

-“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” яңы милли проектҡа ярашлы, Президент кимәлендә был уңышлы тәжрибәне күбәйтергә тигән ҡарар ҡабул ителде. “Етештереү лидерҙары” программаһы киңәйтеләсәк һәм дауам ителәсәк. Өҫтәмә рәүештә  20 меңдән ашыу предпиятие етәкселәре квалификацияһын күтәрәсәк, - тине Морат Керефов.

 Биш йыл эсендә Башҡортостандан 292 предприятие программа буйынса уҡыу үткән. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе  урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Моратов фекеренсә, был яҡшы һөҙөмтә.    

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас