Милли проекттар
15 Декабрь 2024, 04:30

Башҡортостанда етештерелгән, тимәк, ышаныслы

Республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек, орлоҡ, төрлө майҙар сифатлы тип һанала. Шуға күрә экспорт күләме арта ла инде.

Башҡортостанда етештерелгән, тимәк, ышаныслыБашҡортостанда етештерелгән, тимәк, ышаныслы
Башҡортостанда етештерелгән, тимәк, ышаныслы

Айырыуса уңыш йыйылғандан һуң сит илгә тауар күпләп оҙатыла башлай.

Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағы Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә 371 мең 934 тонна иген һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттар оҙатҡан. Былтыр беҙҙә етештерелгән продукцияны 18 төбәк һатып алһа, быйыл 25 төбәктә республикала етештерелгән аҙыҡ-түлекте алалар.

Бойҙай, арпа, көнбағыш, һоло, рапс, кукуруз, борсаҡ кеүек культураларға ихтыяж ҙур. Алтай, Краснодар, Пермь крайҙарына, Әстрхан, Белгород, Ленинград, Иркутск, Новгород, Новосибирск, Омск, Ырымбур, Орел, Һамар, Төньяҡ, Свердловск, Силәбе, Карелия, Татарстан өлкәләренә 6 921 партия иген һәм ҡуҙаҡлы иген продукцияһын һатҡан.

Башҡорттар менән ҡаҙаҡтарҙың уртаҡлығы күп: ике халыҡ та ат үрсетә, ҡымыҙ эсә, ҡорот ашай. Республикала етештерелгән ҡымыҙҙы ҡаҙаҡтар сифатлы тип һанай. Быйыл күрше төбәккә 5 607 тонна ҡымыҙ оҙатылған. Эсемлекте күршеләргә оҙатыр алдынан Россельхознадзор идаралығы тикшерә, тейешле документтар хәстәрләй. Былтырғы менән сағыштырғанда, ҡаҙаҡтар башҡорт ҡымыҙын бер тоннаға күберәк эскән.

Ә бына Сербия иһә Бәләбәйҙә етештерелгән “Гауда” сырын оҡшатҡан. Йыл башынан был илгә 152 тонна сыр оҙатҡандар. Күптән түгел генә 19 тонна сыр ебәрелгән. Сербтар республикала етештерлгән был аҙыҡтың сифаты юғары тип билдәләй.

Тауарҙы бындай оҙатыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт") тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото "Сельские узоры" журналы сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас