Милли проекттар
17 Декабрь 2024, 06:30

Һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланасаҡтар

Яңы медицина учреждениеһында тәүге медик-санитар ярҙамын 402 кеше, шул иҫәптән, 105 бала аласаҡ

Һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланасаҡтарҺанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланасаҡтар
Һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланасаҡтар

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

 Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса стандарттарға һәм талаптарға ярашлы урынлаштырылған. Ул сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле йыһаздар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.  Унда фельдшер, процедура, ҡабул итеү, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре бар. Аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттар өсөн пандус ҡуйылған.

 Медицина учреждениеһында тәүге медик-санитар ярҙамын 402 кеше, шул иҫәптән, 105 бала аласаҡ.”Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты” проектына ярашлы, ауыл халҡы хәҙер һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланасаҡ. Медицина Башҡортостанда заманса һәм юғары технологиялы була бара.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас