Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы хакимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Бизнес вәкилдәре менән осрашыуҙар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы даими үткәрелә.
Нуриман районында балалар аниматорының хеҙмәте яңыраҡ ҡына бөтөнләй юҡ ине, әле ул ҙур популярлыҡ яулай бара. Ошо йүнәлештә проектты тормошҡа ашырғандарҙың береһе Ольга Кинйәбаева. Ул байрамдар ойоштороу буйынса үҙенең мини-агентлығын асҡан.
Райондың бизнес –шәрифе белдереүенсә, оҙаҡ йылдар Ольга үҙе уйлап тапҡан уйындар, күңел асыуҙар һәм эштәр менән күптәрҙең тыуған көндәрен һәм башҡа ғаилә сараларын ойошторған. 2024 йылда ул халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша финанс ярҙам рәсмиләштереп, үҙ эшен асҡан һәм бизнес проектын район хакимиәтендә үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тәҡдим иткән.
Ольга бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһында ҡатнашҡан һәм конкурс һайлап алыуын уңышлы үткән. Дәүләт ярҙамына эшҡыуар ҡатын һабын ҡыуығы шоуы өсөн ҡорамалдар, портатив аудиосистема һәм аниматор өсөн костюмдар һатып алған.
Үҙ бизнесы эшләй башлағандан алып Ольга Кинйәбаева 70-тән ашыу сара, шул иҫәптән балаларҙың тыуған көндәрен, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләрен, юбилейҙар, туйҙар һәм корпоративтар уҙғарған. Уны әхирәте Татьяна һәм улы Руслан хуплай.
Эшҡыуар үҙ эшендә балаларҙың һәм өлкәндәрҙең шатлығын һәм йылмайыуын иң ҡәҙерле нәмә тип иҫәпләй. Киләсәктә ул үҙенең агентлығын киңәйтергә, һөнәри оҫталығын күтәрергә һәм яңы күңел асыу төрҙәрен өҫтәргә ниәтләй.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө