Дыуан районының Мәсәғүт ауылынан “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусы Эльза Ғәниева үҙенең ресторанын асыуға 350 мең һум күләмендә адреслы социаль ярҙам алды. Республика муниципалитеттарында “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
– Йыл башынан республика халҡы 3450-нән ашыу социаль контракт төҙөгән, шуларҙың 1200-ҙән ашыуы ғаилә бизнесына нигеҙ һалған. Был бигерәк тә Ғаилә йылында символик мәғәнәгә эйә. Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға социаль контракт нигеҙендә 410 миллион һумдан ашыу аҡса түләнгән. Хәтерегеҙгә төшөрәм, 2024 йылдан социаль контракт биреү социаль ҡаҙналыҡ принциптарына күсерелгән. Ғаризаны социаль яҡлау органдары, күп функциялы үҙәк бүлексәләре, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин, - тип һөйләне ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.
Эльза Ғәниева үҙенең юлын ҙур булмаған идеянан башлаған. Дүрт бала тәрбиәләгән күп балалы әсә үҙмәшғүл булып теркәлгән һәм ҡулланыусылар араһында тиҙ популярлыҡ яулаған ит ярымфабрикаттары әҙерләй башлаған. Уның продукцияһын фуршет өҫтәлдәр өсөн заказ бирә, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәренә һәм күргәҙмәләргә саҡыра башлайҙар. Был уны “Иң яҡшы ресторан - әсәйҙә. Мәсәғүттә” бренды аҫтында үҙ проектын булдырыуға дәртләндерә.
350 мең һум күләмендә ярҙам алғас, Эльза яңы ҡорамал һатып алған. Производствоны киңәйтергә ҡарар итеп, ул айырым кухня бинаһы кәрәклеген аңлай. Хәҙер инде шәхси эшҡыуар булараҡ, Эльза йәнә Дыуан районы хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән һәм 300 мең һум күләмендә муниципаль субсидия алып, тиҙҙән яңы эш урынында ҡуйыласаҡ аш-һыу бүлмәһе гарнитуры һатып алыуға өлгәшкән.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.