Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында таяу булған тораҡ пункттарҙа ҡала мөхите сифатын яҡшыртыу мәсьәләһе ҡаралды.
“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (нацпроект “Инфраструктура для жизни”) 2025 йылдан старт ала. Ул үҙенә 12 федераль проектты индерә.
2030 йылға ҡала мөхите сифаты 30 процентҡа күтәреләсәк, 2036 йылда был күрһәткес 60 процентҡа етәсәк. Яҡшыртыу күренеше социаль, торлаҡ-коммуналь, транспорт тармағында күҙәтеләсәк.
- Республикала 62 тораҡ пункттың исемлеге билдәләнгән. Унда Өфө һәм Көньяҡ Урал агломерацияһы ла инә. Проект тормошҡа ашырылыуын баһалау өсөн “Таяу тораҡ пункттарҙа йәшәү өсөн мөхит сифатын яҡшыртыу” интеграль күрһәткесе ҡулланыла. Был алым “Йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит” милли маҡсат ҡаҙанышын мониторингылау маҡсатында булдырыла, - тине Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов әйтеүенсә, “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты 2030 йылға бер кешегә кәмендә 33 квадрат метр майҙанда граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙе күҙаллай. 2036 йылға был һанды 38 квадрат метрға еткереү ниәтләнә.
Яраҡһыҙ торлаҡты кәметеү, яңы төҙөлөштәрҙәге фатирҙарҙы алыу мөмикинлеген күтәреү ҙә ниәтләнә.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.