Октябрьский ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә бөтә ҡала халҡы өсөн иҫтәлекле урын - Еңеү паркын төҙөкләндереү дауам итә.
2024 йылда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә мемориал биләмәһен төҙөкләндереү тамамланған. Гранит плитәләр һалынған, иҫтәлекле таҡталар яңыртылған. Социалистик урамы яғынан мемориал алдында аҙ хәрәкәт иткән кешеләргә һәм коляскалы әсәләргә уңайлы төшөү урыны эшләнгән.
Парктың инеү урынын капителдәр биҙәй. Чапаев урамы яғынан төп ишек янында пандус йыһазландырылған. Биләмә яҡтыртыу системаһына тоташтырылған.
– Күп быуын өсөн әһәмиәтле урындың үҙгәреүен күреү бик тә ҡыуаныслы. Биләмәне төҙөкләндереүҙе киләһе 2025 йылға тамамларға ниәтләйбеҙ, - тип билдәләй Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский.
2024 йылда Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 123 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән. 2025 йылдан йәмәғәт биләмәләрен реконструкциялау “Йәшәү өсөн инфраструктура” яңы милли проекты сиктәрендә дауам итәсәк. Киләһе йылда 1,2 миллиард һумға 94 объектты төҙөкләндереү ҡаралған.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.