Милли проекттар
20 Декабрь 2024, 04:30

Улар - тәбиғәт һаҡсылары

Башҡортостанда федераль кимәлдәге тәбиғәтте һаҡлау башланғыстары еңеүселәре бүләкләнде. 

Улар - тәбиғәт һаҡсыларыУлар - тәбиғәт һаҡсылары
Улар - тәбиғәт һаҡсылары

Өфөлә тантаналы сара уҙҙы, унда иң яҡшы муниципалитеттар, Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль бүлексәләре, “Беренселәр хәрәкәте” вәкилдәре, йәмәғәтселәр, киң мәғлүмәт саралары, федераль кимәлдәге абруйлы тәбиғәтте һаҡлау проекттарында әүҙем ҡатнашыусы ирекмәндәр тәбрикләнде.

“Экология” милли проектын бойомға ашырыуға, республикала экоирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереүгә һәм төбәктә тәбиғәтте һаҡлау акцияларын үткәргәндә юғары күрһәткестәргә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө өсөн 90-ға яҡын ирекмән, муниципалитет, Экология министрлығының территориаль бүлексәләре вәкилдәре, “Беренселәр хәрәкәте” вәкилдәре, йәмәғәтселәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бүләкләнде. Еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының грамоталары, рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.

– Башҡортостан Республикаһы сираттағы тапҡыр экологик белем биреүҙе үҫтереүҙә ыңғай динамиканы раҫланы. Үтеп барған йыл йомғаҡтары буйынса республика тәбиғәтте һаҡлау буйынса федераль кимәлдәге мөһим башланғыстарҙа үҙ позицияларын яҡшыртты. Беҙҙең өсөн был сик түгел, артабан да республикабыҙ халҡын ошондай тәбиғәтте һаҡлау башланғыстарына йәлеп итербеҙ һәм уларҙа тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләрбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас