Милли проекттар
20 Декабрь 2024, 03:30

Яңауылдар һаулыҡтарын хәстәрләй

Флюорография - тын алыу ағзалары сирҙәрен иртә стадияла асыҡлауҙа иң тәьҫирле сараларҙың береһе.

Яңауылдар һаулыҡтарын хәстәрләйЯңауылдар һаулыҡтарын хәстәрләй
Яңауылдар һаулыҡтарын хәстәрләй

Быйыл Яңауыл үҙәк район дауаханаһына ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы  алынған яңы флюорографта 19 меңдән ашыу медицина тикшереүе үткәрелгән дә инде.

Флюорография - тын алыу ағзалары сирҙәрен иртә стадияла  асыҡлауҙа иң тәьҫирле сараларҙың береһе. Был саҡта пациент үҙенең ауырығанын һиҙмәй ҙә әле. Тикшереүҙе ваҡытында үтеү туберкулезды асыҡларға ярҙам итәсәк.

– “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һөҙөмтәһендә беҙ заманса һанлы флюорографҡа эйә булдыҡ. Ул табип өсөн  өҫтәмә автоматлаштырылған эш урыны булыу иҫәбенә  уңайлылыҡ тыуҙыра. Һанлы һүрәттәрҙең аныҡ булыуы һөҙөмтәһендә  туберкулез һәм үпкә яман шеше кеүек патологияларҙы ваҡытында асыҡларға мөмкин. Бөтә флюорографик һығымталарҙы беҙ пациенттың электрон картаһына индерәбеҙ, – тип билдәләне табип-рентгенолог Оксана Петраева.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас