2025 йылда Башҡортостанда 94 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Был эштәр “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә башҡарыла, тип хәбәр итә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы.
Йәмәғәт биләмәләрен булдырыу һәм реконструкциялау өсөн барлығы 1,2 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Айырыуса ҙур иғтибар район үҙәктәрендәге яр буйҙарын, парк, скверҙарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк. Бының менән бәйле ауыл биләмәләре аласаҡ аҡса күләме 30 проценттан 44 процентҡа тиклем күтәрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде, был маҡсатҡа 1,2 миллиард һәм аҡса йүнәлтелде. Иң ҙур проект булып Өфөлә Урмансылар паркын реконструкциялау торҙо. Шулай уҡ Октябрскиҙа Еңеү паркын, Асҡында Яр буйын, Краснокама районынының Николо-Березовкала ла төҙөкләндереү проекттары тормошҡа ашырыла.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса биш йыл эсендә республикала 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, бының өсөн ете миллиард һәм аҡса йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.