Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Декабрь , 08:00

Өлкән йәштәгеләрҙе хәстәрләйҙәр

Башҡортостанда шундай 690 мең кешегә ярҙам күрһәтелгән.  

Өлкән йәштәгеләрҙе хәстәрләйҙәр
Өлкән йәштәгеләрҙе хәстәрләйҙәр

2020 йылдан алып “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” проектында ҡатнашыусы оло йәштәгеләребеҙ һаны республиканан 690 меңгә еткән. Был башланғыс “Демография” милли проектына ярашлы (национальный проект “Демография”) башҡарылған, тип хәбәр итә төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.  

“Туризм” йүнәлешендәге проект барышында оло йәштәгеләр өсөн республика буйынса экскурсиялар ойошторола, Белоруссияға турҙар булдырыла. Быйыл уларҙа 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, шул иҫәптән 1333 кеше “Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса.  "Сәләмәтлек" блогы медицина профилактик тикшереүен үҙ эсенә ала, шулай уҡ “Көмөш йәштәге сәғәт” һәм “Йөрәк маршруты – сәләмәтлек маршруты” тигән саралар ҙа уҙғарыла. 41 муниципалитетта “Сәләмәтлек һуҡмағы” асылған, улар йыл дауамында эшләй.

-Был - Башҡортостандағы мөһим социаль проекттарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта был йәһәттән башҡа төбәктәрҙең тәжрибәләрен дә анализлау мөһим. Мәҫәлән, ҡайһы бер өлгөләрҙе Мәскәү өлкәһенән алдыҡ, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

“Демография” милли проектының маҡсаты – балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, сәләмәт йәшәү ваҡытын арттырыу, хеҙмәткә яраҡлы йәштән өлкәндәр араһында үлемде кәметеү, йәмғитебеҙҙә сәләмәт йәшәү рәүеше мәҙәниәтен формалаштырыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: