Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Декабрь , 10:30

Яңы ҡорамал алдылар

Предприятиеның мөмкинлеге арта.  

Яңы ҡорамал алдылар
Яңы ҡорамал алдылар

 “Авиация өсөн двигателдәр” предприятиеһы Башҡортостандың гарантия фонды ярҙамы менән өҫтәмә финанслау йәлеп итте. Был ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күрһәтелде (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”).

Компания ташламалы ставка буйынса 55,9 миллион һумға “МСП “Лизинг” акционерҙар йәмғиәте менән килешеү төҙөнө. Гарантия фондының тәьмин итеү суммаһы шул уҡ ваҡытта 24,9 миллион һум тәшкил итте, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Аҡса үҙебеҙҙең илдә етештерелгән заманса ҡормалдар алыуға йүнәлтелә.

 - Дәүләттән бизнесҡа мөһим ярҙамдың береһе – кредитлағанда поручителлек, - тине Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, залог менән тәьмин итеү етмәгән осраҡта финанс ярҙам эшҡыуарҙарға займ алырға ярҙам итә.

2015 йылда булдырылған предприятие еңел һәм үтә еңел авиация өсөн эске яныу двигателдәрен етештереүгә махсуслашҡан. Шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттарын. 2018 йылдан компания “Сколково” фондының резиденты булып тора. Үтеп барған йылда предприятие баҙарҙа ҙур һорау менән ҡулланылған ике яңы төр двигатель эшләп сығарған.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: