Милли проекттар
22 Декабрь 2024, 05:30

Милли проект ярҙам итте

Яңы медицина учреждениеһында 337 кеше хеҙмәтләндереләсәк. Уларҙы фельдшер Минниә Йосопова ҡабул итәсәк.

Милли проект ярҙам иттеМилли проект ярҙам итте
Милли проект ярҙам итте

Архангел районының Муллаҡай ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы урынлаштырылған. Бина халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Унда фельдшер, ҡабул итеү, процедура кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау өсөн махсус бүлмә бар. Өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Яңы медицина учреждениеһында 337 кеше хеҙмәтләндереләсәк.Уларҙы фельдшер Минниә Йосопова ҡабул итәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас