Был хаҡта республиканың мәҙниәт министрлығы хәбәр итә.
Ауыл клубын яңыртыу РФ Президенты В.В. Путин иғлан иткән “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект “Культура”) тормошҡа ашырыуға бәйле башҡарылған.
Бина алыҫ 1961 йылда уҡ төҙөлгән. Шул замандан бирле ул ахундарға һәм күрше-тирә ауылдарға мәҙәни саралар ҡарау, ял итеү урыны булып торған.
2023 йылда Учалы районы хакимиәте клуб бинаһын ремонтлауға грант отҡан. Республика һәм урындағы ҡаҙнанан туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Был аҡсаға бинаның алғы яғын матурларға, инженер коммуникацияларын, ҡыйығын алмаштырырға, түбә таҡталарын, иҙән һәм стеналарҙы яңыртырға, тамаша залын, сәхнәне, ингән урынды, кабинеттарҙы тулыһынса рәтләргә мөмикн булған. Спонсорҙар ярҙамы менән мәҙәниәт йортона сәхнә кейемдәре, яңы йыһаз һәм компьютер кәрәк-яраҡтары һатып алынған. Район хакимиәте яңы музыка аппаратураһы һәм проектор бүләк иткән.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.