Милли проекттар
24 Декабрь 2024, 04:30

Йәрмәкәй районында “Ғаилә” кинозалы асылды

Бүленгән аҡсаға күп каналлы тауыш системалары, ҡеүәтле һанлы проектор, экран, яңыртыу серверы һәм башҡа заманса техника һатып алына.

Йәрмәкәй районында “Ғаилә” кинозалы асылдыЙәрмәкәй районында “Ғаилә” кинозалы асылды
Йәрмәкәй районында “Ғаилә” кинозалы асылды

Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылында “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә заманса “Ғаилә” кинозалды асыу тантанаһы үтте. Ул район Мәҙәниәт һарайында урынлашҡан.

Федераль кино фонды ярҙамында Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы булышлығында яңы заманса кино ҡорамалдары һатып алыуға грант отҡандар. Бүленгән аҡсаға күп каналлы тауыш системалары, ҡеүәтле һанлы проектор, экран, яңыртыу серверы һәм башҡа заманса техника һатып алына. Хәҙер район халҡы кино яңылыҡтарын райондан китмәйенсә бик яҡшы сифатта ҡарай ала.

Кинозал асыуға арналған тантаналы сарала Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов, “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев ҡатнашты.

– Кинозал бөтә заманса талаптарға яуап бирә. Кинозал Йәрмәкәйҙәрҙең матур ял итеү урынына әйләнер һәм бер ҡасан да буш тормаҫ, тип ышанам, – тип билдәләне Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов.

Яңы кинозалда беренселәрҙән булып тәүге фильмде өлкән класс уҡыусылары советы ағзалары, Йәрмәкәй ауылы мәктәбенең шайморатов класы һәм Мәҙәниәт йортоноң художество үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылары ҡараны. Сараны асыу сиктәрендә тамашасыларға Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Аҡ ҡар” фильмын күрһәттеләр.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас