Былтыр, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Бүздәк үҙәк район дауаханаһына колоноскопия үткәреү өсөн яңы эндоскопия аппараты алынғайны. Йыл башынан яңы ҡорамалда 120-нән ашыу пациент тикшереү үтте.
Аппарат эсәклектең лайлалы тиресәһен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Прибор күп кенә сирҙәрҙе, шул иҫәптән, полип, тура эсәк шештәрен, ваҡытында асыҡларға ярҙам итә. Оло кешеләрҙә гемоглобиндың кинәт түбәнәйеүе, шештәргә шик тыуыуы, ашҡаҙан-эсәк ҡан китеүҙәре йыш ҡына тикшереү үткәреү өсөн сәбәпсе була.
Тикшереүҙәр медицина күрһәтмәһе буйынса һәм диспансерлаштырыуға ярашлы үткәрелә. Кәрәк булғанда патологияны теүәл асыҡлау маҡсатында биопсия өсөн материал алыу мөмкинлеге бар.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.