Милли проекттар
25 Декабрь 2024, 03:30

Ауыл халҡы уны көтөп алды

Дүртөйлө районында милли проект сиктәрендә яңы ауыл мәҙәниәт йорто төҙөлдө. 

Ауыл халҡы уны көтөп алдыАуыл халҡы уны көтөп алды
Ауыл халҡы уны көтөп алды

Дүртөйлө районының Төрбәк ауылында яңы мәҙәниәт йортон төҙөү буйынса эштәр тамамланды. Ул “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төҙөлдө.

Мәҙәниәт йортон заманса техника менән йыһазландырғандар. Учреждение заманса яҡтыртыу һәм акустика системалары, компьютер, ноутбук, шулай уҡ мебель менән йыһазландырылған.  Тамаша залының модулле конструкцияһы арҡаһында уны тиҙ арала аныҡ ваҡиға спецификаһына яраҡлаштырырға мөмкин.

Яңыртылған бинаны асыу ауыл халҡы өсөн ҙур бүләк булды. Улар заманса ауыл мәҙәниәт учреждениеһына эйә булды, ул барлыҡ талаптарға яуап бирә. Художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусыларға иһә был урын, үҙҙәренең ижади һәләттәрен яҡшы, уңайлы шарттарҙа үҫтереү мөмкинлеге.

"Был – һәммәбеҙ өсөн дә ҙур ваҡиға. Хәҙер бөтә ауыл менән йыйылып, байрамдар үткәреп, концерттар ойоштора һәм бер-беребеҙ менән аралаша алырлыҡ заманса һәм уңайлы урыныбыҙ бар. Бында булыу ҡыуаныслы, ә иң мөһиме – хәҙер балаларыбыҙҙың заманса урыны барлыҡҡа килде, унда улар ижад һәм үҫеш менән шөғөлләнә ала. Был проектҡа күп көс һәм средстволар һалғандарға ҙур рәхмәт. Яңы клуб ярҙамында ауылыбыҙ тағы ла йәнлерәк һәм татыуыраҡ булып китте!”, - тип билдәләне ауылда йәшәүсе Алевтина Аксаева.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас