Учалы районынан эшҡыуар Ревал Нотфуллин үҙенең агротуризм комплексын үҫтереүгә грант алды һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекттары ярҙамында өс ҡунаҡ тирмәһе төҙөнө. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.
2016 йылда Ревал Нотфуллин балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә башлай, шул уҡ ваҡытта туризм йүнәлешен дә үҫтерә. Тиҙҙән Учалы районының Бөйҙө ауылы янында “Зәңгәр лагуна” агротуризм комплексы асыласаҡ. Былтыр эшҡыуар модулле капиталь булмаған урынлаштырыу урындарын булдырыу өсөн грант алыу конкурсында ҡатнашты. Еңгән грант арҡаһында комплекс биләмәһендә өс ҡунаҡ тирмәһе барлыҡҡа килгән.
– Ревал Нотфуллиндың эшмәкәрлеге төбәктең уңайлы туризм инфраструктураһын формалаштырыу өлгөһө булып тора һәм республика эшҡыуарҙарының шөғөл-башланғыстарына өлгө күрһәтә. Федераль һәм төбәк программаларында ҡатнашыу проекттарҙың мөмкинлектәрен асырға һәм уларҙы яңы үҫеш кимәленә күтәрергә мөмкинлек бирә, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсаты – бизнесты уның үҫешенең бөтә этаптарында ла старт идеяһынан алып киңәйтеүгә һәм экспортҡа сығыуға тиклем яҡлау.
Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы милли проекты 2030 йылға Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы, шулай уҡ туристик тармаҡтың мультипликативлығы иҫәбенә илдә иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото сығанағы: bashkortostan.ru.