Иглин ауылында «Белем йондоҙлоғо» балалар үҫеше үҙәге уңышлы эшләп килә, уны эшҡыуар Линара Хамматова етәкләй.
2024 йылдың июнендә ул Иглин районы хакимиәтенә консультация һорап үҙ балалар үҫеше үҙәге проекты менән мөрәжәғәт итә. Быға тиклем ул оҙаҡ ваҡыт балалар баҡсаһында эшләгән, педагогик белемгә, балалар менән эшләү тәжрибәһенә, шулай уҡ балаларға яңы белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләр биреү мөмкинлегенә эйә булған.
Район хакимиәтенән консультация һәм ярҙам алып, Линара Хамматова кәрәкле документтарҙы йыйған, бизнес-план төҙөгән һәм мәшғүллек үҙәге аша финанс ярҙамын рәсмиләштергән. Дәүләттән алынған аҡсаға компьютер, принтер, мебель, келәм, балалар үҫеше үҙәге кабинетын йыһазландырыу өсөн канцелярия кәрәк-яраҡтары һатып алынған. Шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән.
2024 йылдың көҙөндә «Белем йондоҙлоғо» балалар үҫеш үҙәге үҙ эшен башланы. Хәҙер унда мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге 25 бала шөғөлләнә. Улар тиҙ уҡыу һәләтенә эйә була, каллиграфия буйынса дәрестә матур итеп яҙырға өйрәнә, нейрогимнастика менән шөғөлләнә, мәктәпкә әҙерләнергә йөрөй.
Эшҡыуар балалар үҫеше өсөн яңы актуаль йүнәлештәр үҙләштерергә, күңел асыу саралары ойошторорға, шулай уҡ социаль эшҡыуар булырға, штатҡа яңы хеҙмәткәрҙәр ҡабул итергә, хәйриәлек менән шөғөлләнергә ниәтләй.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөнән.