Милли проекттар
30 Декабрь 2024, 02:30

Учалылар һөйөнөсө

Учалы районында бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Учалылар һөйөнөсөУчалылар һөйөнөсө
Учалылар һөйөнөсө

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Учалы районында бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тәүгеһе Баттал ауылында ишектәрен асты. Бында тәүге медик-санитар ярҙамды 233 кеше аласаҡ, 50-һе – балалар. Яңы бинала  пациенттарҙы “Ауыл табибы” программаһы буйынса эш башлаған  фельдшер Люциә Ғәйфуллина ҡабул итәсәк.

Тағы ла бер медицина пунктын Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында астылар. Акушерка Фәниә Ғәйнуллина 330 кешегә тәүге медицина ярҙамын күрһәтәсәк.

Яңы медицина пункттарында персонал һәм пациенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Фельдшер, процедура, прививка кабинеттары, дарыуҙар һәм йыйыштырыу ҡорамалдарын һаҡлау өсөн бүлмәләр бар.

“Һанлы ФАП” проекты ярҙамында һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкин буласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас